«

»

Дек 28 2020

ППМИ-2021

Үлгәндәрҙең ҡәберен бел,
иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел!
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа “Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы” уңышлы эшләп килә. Был программа шарттарына ярашлы рәүештә урындағы халыҡ кисекмәҫтән хәл итә торған мәсьәләләрҙе үҙе
билдәләй. Ауыл йыйылыштарында барлыҡ тәҡдимдәр ҙә ҡарала һәм конкурста ҡатнашыу өсөн бер проект һайлап алына.
Ҡармыш ауылы биләмәһе 2016 йылдан алып ошо прграммала ҡатнашып килә. Дим ауылында башня төҙөп, халыҡ һыу менән тәьмин ителде. Сурайҙа ауыл зыяраты профнастил менән уратылды.
Үткән йылдың ноябрь айында Ҡармыштар ауылды төҙөкләндереү буйынса тәҡдимдәр менән күтәрелеп сыҡты һәм конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе. Дөйөм ауыл йыйылышына тиклем һәр урам икегә бүленеп, йыйылыштар үткәрҙе. Халыҡ дәррәү йыйылды. Тәҡдимдәр ҙә күп булды: зыяратты кәртәләү, трактор һатып алыу, ауыл уртаһындағы күркәм паркты ҡойма менән уратып, ял итеү урыны яһау.
Аҡһаҡалдар эште зыяратты төҙөкләндереүҙән башларға кәңәш итте.
Дөйөм ауыл йыйылышы зыяратты киңәйтеп, профнастил ҡойма менән уратып алырға ҡарар итте. Шунда уҡ әүҙем һәм ышаныслы ауылдаштар араһынан инициатив төркөм һайланды.
Был проектты атҡарыу өсөн ауылдың хәйриә фондына һәр йорттан аҡса йыйыу, техника менән булышыу һәм ҡул ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу эштәрен халыҡ инициатив төркөмгә ышанып тапшырҙы.
Быйылғы конкурста еңеп, күҙалланған эштәрҙең үтәлеүенә ышанабыҙ. Ҡармыштан ситтә йәшәүсе ауылдаштарыбыҙҙың ярҙамына ла өмөтөбөҙ ҙур.