«

»

Фев 25 2020

“Айык ауыл-2019”. Бөгөн барыһы 15 райондан республика этабына сыҡҡан ауылдар презентация яҡланы!

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #АйыҡАуыл2019 #ТрезвоеСело2019 #АйыҡАуыл #ТрезвоеСело #Башҡортостан #Башкортостан #Кармышево

Бөгөн ойоштороу комитеты ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре конкурсанттарҙың төрлө йүнәлештә алып барған ошо эшмәкәрлегенең динамикаһын да ҡарай. Бында үткәрелгән саралар һаны ла, эскән килеш башҡарылған енәйәттәр ҙә, спиртлы эсемлектәр менән һатыу иткән нөктәләр менән эш тә иҫәпкә алына.

Ултырышта БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволарҙан эксперттар ҙа ҡатнашты.

Бөгөн барыһы 15 райондан республика этабына сыҡҡан ауылдар презентация яҡланы.

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_22377