«

»

Фев 16 2020

Айыҡ ауыл конкурсы сиктәрендә Ҡармыш ауылында мәктәптең спорт майҙанында спорт һәм сәләмәтлек байрамы уҙҙы!

15 февраль, Айыҡ ауыл конкурсы сиктәрендә Ҡармыш ауылында мәктәптең спорт майҙанында спорт һәм сәләмәтлек байрамы уҙҙы.Был сарала шулай уҡ Сурай мәкәтбе коллективы һәм уҡыусылары ла актив ҡатнашты. Байрамды асып ауыл хакимиәте башлығы Шәкәүров Дауыт Урал улы сәләмәт йәшәү өлгөһөн алға ҡуйып йәшәргә саҡырҙы, киләсәктә лә ошо башланғыстар туҡланып ҡалмаһын ине тине. Район Советы рәйесе Сәлимов Шамил Шамсун улы үҙенең сығышында Айыҡ ауыл конкурсы сәләмәт тормош алып барғандарҙы һәм уны пропагандалағандарҙы берләштерә. Киләсәккә ынтылып, заманса йәшәргә, халыҡтың аң-кимәлен үҫтереүгә, рухын нығытыуға булышлыҡ итеүсе сара, тип белдерҙе.
Физкультура уҡытыусыһы Илдар Нәғимйән улы Әхтәмов байрам программаһы менән таныштырҙы. Программала саңғы, шорт трек, ҡышҡы уйындарҙан ярыштар ойошторолдо. Ҡар өҫтөндә ике самауыр борхоп ҡайнап торҙо. Мул табын артында байрамда ҡатнашыусылар сәй эсте, мәктәп ашханасыһы Фәйрүзә апай Кәримова бешергән тәмле бутҡанан ауыҙ итте.
Ярыш йомғаҡтары буйынса еңеүселәргә почет грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды.

#Айыҡауыл
#Трезвоесело2019
#Трезвоесело2020
#Кармышево
#Альшеевскийрайон
#МызаЗОЖ